icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Время в Татышле
19:01
Пятница, 28 Августа
Рекламный баннер 990x90px top

«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында «Урал һәм Аҡбуҙат мажаралары» проектының презентацияһы үтте

12:37 26.08.2026 16+
«Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында «Урал һәм Аҡбуҙат мажаралары» проектының презентацияһы үтте

Тәтешле районына эш сәфәре барышында «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында сағыу презентация уҙғарҙы.

Лариса Хашим ҡыҙы «Аксарлак» автономиялы коммерцияһыҙ ойошмаһы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығының грантына тормошҡа ашырылған «Урал һәм Аҡбуҙат мажаралары» проектын тәҡдим итте. Был 8 күренештән торған сағыу журнал-комикста Урал исемле малай һәм уның аты Аҡбуҙат Башҡортостанда сәйәхәт итеп, балаларҙы төбәктең мәҙәниәте, тәбиғәте һәм йолалары менән таныштыра.

Бынан тыш, Лариса Хашим ҡыҙы райондың балалар баҡсалары етәкселәренә 5–7 йәшлек балалар өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт телен өйрәнеү буйынса заманса әсбабы — «Йәнле һүҙ» («Тере һүҙ») уҡытыу-күрһәтмә комплектын тапшырҙы.

Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллинаға, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара ижтимағи ойошмалары Президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡуловаға һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара ижтимағи ойошмаларының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосоповҡа Тәтешле районында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

В детском саду «Берёзка» прошла презентация проекта «Приключения Урала и Акбузата»

В рамках рабочей поездки в Татышлинский район главного редактора детского журнала «Акбузат», народного поэта Башкортостана, председателя комиссии по образованию, науке, развитию башкирского языка и литературы Всемирного курултая башкир Ларисы Хашимовны Абдуллиной в детском саду «Берёзка» состоялась яркая и познавательная презентация.

Лариса Хашимовна представила проект «Приключения Урала и Акбузата», реализованный АНО «Аксарлак» на грант Главы Республики Башкортостан. Это красочный журнал-комикс из 8 сюжетов, в котором мальчик Урал и его конь Акбузат путешествуют по Башкортостану, знакомя детей с культурой, природой и традициями края.

Также Лариса Хашимовна вручила руководителям детских садов района учебный наглядный комплект «Живое слово» («Тере һүҙ») — современное пособие Всемирного курултая башкир для изучения башкирского языка с детьми 5 –7 лет.

Благодарим Ларису Хашимовну Абдуллину, депутата Государственной Думы РФ, председателя Президиума МСОO «Всемирный курултай башкир» Эльвиру Ринатовну Аиткулову и депутата Государственного Собрания — Курултая РБ, председателя исполнительного комитета МСОО "Всемирный курултай башкир" Юлдаша Мухамматовича Юсупова. за поддержку развития башкирского языка и культуры в Татышлинском районе.
1769

Оставить сообщение: