Район китапханаһында М
15:46 26.11.2026 16+
Район китапханаһында М. Б. Бәҙретдинов исемендәге лицейҙың алтынсы класс уҡыусылары өсөн күңел йылыһы менән һуғарылған сара үткәрелде. Балалар күп йылдар дауамында уҡыусыларҙың тоғро юлдашы булған «Аҡбуҙат» журналының ғәжәйеп донъяһына сәйәхәт ҡылды.
«Аҡбуҙат» журналы – быуындарҙы бәйләүсе күпер, милли йолаларҙы һәм традицияларҙы һаҡлаусы, балаларҙы туған телдәге әҙәбиәт донъяһына тәүге юл күрһәтеүсе. Күргәҙмәлә уҡыусылар журналдың тиҫтәләгән йылдар дауамында нисек үҙгәреүен күрҙе. Әммә йылдар үтеү менән журналдың кескәй уҡыусыларына, халҡыбыҙ тарихына һәм туған телебеҙгә булған һөйөүе кәмемәй.
Уҡыусылар төрлө осорҙа донъя күргән журнал һандарын ҡараны, шиғырҙар һәм хикәйәләр менән танышты, йомаҡтар систе, дуҫлыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа мөһим темаларға фекер алышты. Һәр журнал һаны – үҙенә күрә бер сәйәхәт, һәр мәҡәлә – донъяны яңынан таныу мөмкинлеге.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының профилле комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Абдуллина Лариса Хәшим ҡыҙының таланты, башҡорт телен яратыуы һәм йәш уҡыусыға даими иғтибары арҡаһында журнал тере, яғымлы һәм ысынлап та кәрәкле урын булып ҡала, бында балалар үҙҙәренең тыуған һүҙен аса, хыялланырға, уйларға һәм үҙ мәҙәниәтен яратырға өйрәнә. Эшенә тоғролоғо, күңел йомартлығы һәм «Аҡбуҙат»тың һәр бала өсөн ысын дуҫ булып ҡалыуы һәм районыбыҙҙың мәҙәни башланғыстарына күрһәткән баһалап бөткөһөҙ ярҙамы өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Нәҡ шундай фиҙакәр шәхестәр ярҙамында балаларыбыҙҙы башҡорт һүҙенең бай мираҫы менән бәйләп торған тере рухи еп быуындан-быуынға күсә килә.
Бөтәгеҙҙе лә китапхананың балалар бүлегенә саҡырабыҙ. Килегеҙ, «Аҡбуҙат» журналының төрлө йылдарҙағы һандары менән танышығыҙ. Һәр кем үҙенә яҡын булған тарихты тапһын.
В стенах Районной библиотеки состоялось по-настоящему душевное мероприятие для шестиклассников лицея им. М.Б. Бадретдинова. Дети окунулись в удивительный мир журнала «Аҡбуҙат» — того самого, что уже много лет сопровождает юных читателей.
Журнал «Аҡбуҙат» — это мост между поколениями, хранитель традиций и первый проводник в мир литературы на родном языке. На выставке ребята увидели, как менялся облик журнала сквозь десятилетия, но неизменным оставалось одно — его любовь к маленьким читателям, истории и родному языку.
Школьники листали страницы разных эпох, открывали для себя стихи и рассказы, разгадывали загадки, обсуждали важные темы — от дружбы до памяти о войне. Каждый номер — это маленькое путешествие, каждая статья — новый взгляд на мир.
Выражаем искреннюю благодарность председателю профильной комиссии Всемирного курултая башкир, главному редактору журнала «Аҡбуҙат», Народному поэту Республики Башкортостан Ларисе Хашимовне Абдуллиной за прекрасный журнал и неоценимую поддержку культурных инициатив нашего района. Именно благодаря таким людям, сохраняется живая нить, связывающая наших детей с богатейшим наследием башкирского слова.
Приглашаем всех желающих посетить детский отдел библиотеки и познакомиться с выпусками «Аҡбуҙата». Пусть каждый найдёт здесь свою историю.
#Тереһүҙ
#ЖивоеСлово
#«Аҡбуҙат»
#Акбузат
#ВсемирныйКурултайБашкир
#Ҡоролтай
Оставить сообщение: